Бөгөн – Халыҡ-ара туған телдәр көнө

Бөгөн – Халыҡ-ара туған телдәр көнө

Ер йөҙөндә юғалып барған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1999 йылда ЮНЕСКО ошо датаны булдырҙы. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда әле, донъя халыҡтары 6 меңгә яҡын телдә аралаша. Шул уҡ ваҡытта уларҙың һәр икенсеһе тиерлек онотола бара. Белгестәр иҫәпләп сығарыуынса, 100 меңдән аҙыраҡ кеше аралашҡан тел юҡҡа сығыуға дусар була бара. ЮНЕСКО Рәсәйҙәге 136 телде юғалыу хәүефе аҫтында тип иғлан итте. Рәсәйҙә 180 милләт вәкиле йәшәй. Күп һанлыларына килгәндә, рустар - 110 миллиондан ашыу, татарҙар - 5 миллион 300 мең, украиндар 2 миллиондан аҙыраҡ, башҡорттар 1 миллион 600 мең самаһы, сыуаш һәм чечендар - 1 миллион 400-әр мең тирәһе. Башҡаларҙың һаны миллиондан кәм.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb