Бөгөн Рәсәйҙә иҫке стиль буйынса Яңы йыл билдәләнә. Был байрамды билдәләү йолаһы Рәсәйҙә йылдарҙы иҫәпләүҙең яңы системаһына күскәс, 1918 йылдан баш ала. Ул иҫке юлиан («иҫке стиль») менән яңы григориан календарҙары айырмаһы менән бәйле. Был айырма XX – XXI быуатта 13 көнгә тиң.
Һөҙөмтәлә бик һирәк була торған тарихи феномен – элек юлиан календары буйынса йәшәгән илдәрҙә Яңы йылды ике тапҡыр билдәләү күҙәтелә. Ә дини кешеләр өсөн Иҫке Яңы йыл бигерәк тә әһәмиәтле, сөнки рустарҙың православие сиркәүе һаман да григориан стиленә күсмәгән. Шуға ла һуң православие динен тотоусылар Раштыуа посы тамамланғас ҡына Яңы йылды байрам итә ала. Дини кешеләр өсөн тап иҫке Яңы йыл төп байрам булып иҫәпләнә.
Раштыуаға өҫтәлгән быуаттар һанын дүрткә бүлеп булғанда юлиан һәм григориан календарҙары айырмаһы йөҙ йыл һайын бер көнгә артып бара. Шулай итеп, 2100 йылдың 1 мартында был айырма 14 көнгә етәсәк, һәм 2101 йылдан Иҫке Яңы йыл 14 ғинуарҙан 15-нә ҡарай билдәләнәсәк. Раштыуа ла, тимәк, бер көнгә һуңлай.
Йылдар үткән һайын Иҫке Яңы йыл илебеҙҙә популярлаша бара. Ул оҙайлы Раштыуа-Яңы йыл байрамдарының ахыры булһа ла, уға төп Яңы йыл төнөндә була торған ығы-зығы хас түгел.
Иҫке Яңы йылды билдәләү традицияһы беҙҙең илдә генә таралмаған. СССР тарҡалғандан һуң был байрамды, рәсми рәүештә булмаһа ла, Молдавия, Әрмәнстан, Беларуссия, Украина, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм Грузия билдәләй. Ошондай уҡ йола Сербия һәм Черногорияла ла йәшәп килә, сөнки рус сиркәүе кеүек үк, Сербия православие сиркәүе юлиан календары буйынса йәшәүен дауам итә. Сербтар был байрамды Сербия Яңы йылы тип йөрөтә.
Иҫке Яңы йыл Македонияла, хатта Швейцарияның ҡайһы бер немец телле кантондарында ла билдәләнә. Рәсәйҙәге кеүек үк, Швейцарияла бындай традиция XVII — XVIII быуаттарҙа булып үткән григориан календарына күсеүҙе халыҡтың ҡабул итергә теләмәүе арҡаһында барлыҡҡа килгән.