Бөгөн күренекле башҡорт яҙыусыһы Әнүр Вахитовҡа 85 йәш тулған булыр ине

Бөгөн күренекле башҡорт яҙыусыһы Әнүр Вахитовҡа 85 йәш тулған булыр ине

Бөгөн күренекле башҡорт яҙыусыһы, әҙәбәт белгесе, филология фәндәре кандидаты, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты Әнүр Хисмәт улы Вахитовҡа 85 йәш тулған булыр ине.

Әнүр Хисмәт улы Вахитов 1932 йылдың 20 декабрендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Туғай ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Атаһынан етем ҡалғас, тормош йөгөнә иртә егелергә тура килә уға. Һуғыш осороноң ауырлыҡтарына ҡарамай, буласаҡ яҙыусы уҡыуын дауам итә һәм 1951 йылда Сәйетбаба урта мәктәбен тамамлай. Унан Толпар ете йыллыҡ мәктәбендә уҡыта. Бер йыл Өфөләге «Октябрь натискыһы» типографияһында корректор булып эшләй. 1953 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә.

1962—1964 йылдарҙа Әнүр Вахитов СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында аспирантурала уҡый. 1965 йылда «Хәҙерге башҡорт романы» тигән темаға диссертация яҡлай — филология фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжә ала. Әнүр Вахитов ваҡытлы матбуғат биттәрендә лә йыш сығыш яһаны, йәмәғәт тормошонда ла актив ҡатнашты — байтаҡ йылдар Башҡортостан Яҙыусылар союзының проза секцияһына етәкселек итте, «Ағиҙел» журналының редколлегия ағзаһы булды.



 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb