Бөгөн, йәғни 17 март көнө, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Быуындарҙы ялғап быуындарға, илде, телде тотҡан һүҙем бар” исемле шиғриәт кисәһе уҙа.
Кисәлә Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рауил Бикбаев, Ҡәҙим Аралбай һәм бик күп әҙәби премиялар лауреаты быйылғы йыл юбилярҙары Рәшит Шәкүр, Хәсән Назар, драматург һәм журналист Салауат Әбүзәрҙең ҡатнашыуы көтөлә. Шулай уҡ Рәдиф Тимершин, Йомабикә Ильясова, Гүзәл Ситдиҡова, Лилиә Ҡәйепова, Фәнил Күзбәков, Хисмәт Юлдашев кеүек шағир-яҙыусыларҙың сығыш яһауы көтөлә.
Шиғриәт байрамын Артур Туҡтағолов, Бибисара Азаматова, Әлим Ҡәйүмов, Артур Кәбиров кеүек сәхнә йондоҙҙары моңло һәм дәртле йырҙар менән биҙәйәсәк.
Шиғриәт байрамы сиктәрендә мәҙәниәт усағының фойеһында китап күргәҙмәһе ойоштороласаҡ.
“Дуҫлыҡ бүлешкәндән генә арта”, - тигән халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры М.Кәрим. Илһам да бүлешкәндән ишәйә. Шиғри йәнле кешеләребеҙ күберәк булған һайын, донъябыҙ йәмлерәк, йәшәйешебеҙ ҙә ғәмлерәк була бара. Күңелдәрҙә илһам уятыусы ижад әһелдәре менән осрашыуға рәхим итегеҙ!
Сараға инеү бушлай. Башлана 19.00 сәғәттә.
Гүзәл Багаева