Бөгөн милли батырыбыҙ-Салауат Юлаевтың тыуған көнө

Бөгөн милли батырыбыҙ-Салауат Юлаевтың тыуған көнө

Бөгөн Башҡортостан тарихында мәңге һаҡланған бөйөк, дан һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ мөхәббәт ҡаҙанған шәхестәребеҙҙең береһе, батырлыҡ һәм ил мәнфәғәтенә тоғролоҡ өлгөһө, башҡорт милләтенең рухи ҡаһарманлыҡ символы Салауат Юлаевтың тыуыуына 263 йыл.

Салауат Юлаев 1754 йылда Себер даруғаһының Шайтан-Көҙәй улусы старшинаһы Юлай Аҙналин ғаиләһендә тыуған. Тикшереү ваҡытында Салауат үҙен Өфө өйәҙенең Тәкә ауылында тыуған, ә Юлай ауылында йәшәгән тип күрһәтә. Тарихсылар билдәләүенсә, Салауаттың атаһы Юлай Аҙналинды ябай общинниктар иҫәбенә мал йыйған бай старшиналарға индереп булмай. Ул башҡорттарҙы аҫаба ерҙәрен һатыуға өндәгән, үҙҙәре өсөн файҙалы шарттарҙа тимер юл заводтары төҙөү өсөн ер һатып алыу йәки ҡуртымға алыу тураһындағы закондарҙы аңлы рәүештә боҙған губерна хакимиәте вәкилдәренә ҡаршы көрәшкән.

Салауат Юлаев 1773-1775 йылғы крәҫтиәндәр һуғышы башланғандан алып баш күтәргән бөтә Башҡортостан башында тора. Уны батша властары 1774 йылдың 24 ноябрендә ҡулға ала, ә атаһы Юлай Аҙналинды унан да алда әсиргә алған булалар.

Бығау һалып, улар Мәскәүгә оҙатыла. Юлай Аҙналин бик һәләтле, бай, аҡыллы һәм абруйлы кеше була. Башҡорттар уны бик ихтирам итә һәм улус старшинаһы итеп һайлай. Урындағы властар ҙа старшинаға ышаныс һәм хөрмәт менән ҡарай.

1768 йылда Ырымбур губернаторы кенәз Путятин үҙе Юлайҙы башҡорт командаһы старшинаһы итеп тәғәйенләй. Ләкин тиҙҙән сауҙагәр Твердышев Юлай Аҙналин биләмәһендәге ерҙәрҙе Сим заводына тартып ала. Башҡорт ерҙәре бөлгөнлөккә төшә, шуға күрә лә Юлай Аҙналин менән уның ун туғыҙ йәшлек улы Салауат Емельян Пугачев етәкселегендәге хәрәкәткә ҡушыла.

Салауатты тотҡандан һуң ун ай үткәс, 1775 йылдың сентябрендә, атаһы менән бергә язаға тарттырыла. Бөтә халыҡ алдында икеһен дә 175 тапҡыр ҡамсы менән һуҡтыралар. Бер айҙан һуң танау япраҡтарын өҙөп алалар, маңлайҙарына һәм йөҙҙәренә келәймә баҫтыралар. 1775 йылдың 2 октябрендә ҡул-аяҡтары бығауланған Салауат менән Юлай һаҡ аҫтында Рогервик ҡәлғәһенә (хәҙерге Эстонияның Палдиски ҡалаһы) мәңгелек каторгаға оҙатыла.

Балтика порты Рогервикка Петр I тарафынан нигеҙ һалына. Әммә башҡорт ихтилалында ҡатнашыусыларҙы Рогервикка килтергәндә ҡәлғә ташландыҡ хәлдә була. Унда ҙур булмаған бер гарнизон һәм аҙ ғына әсирҙәр ҡалған була. Салауат менән Юлай бында үҙ көрәштәштәрен: Пугачев полковнигы И.С. Аристовты, полковник Ҡәнзәфәр Усаевты һәм башҡаларҙы осрата. Салауат Юлаев менән атаһы ҡалған ғүмерен ошонда үткәрә.

Тәхеткә Павел Беренсе күтәрелгәс, ҡәлғә коменданты Лангель ҡалған пугачевсыларҙы Таганрогка йәки Иркутскиға буҫтау фабрикаһына күсереүҙе һорап мөрәжәғәт итә. Әммә Сенат, уларҙың ҡасыуынан ҡурҡып, рөхсәт бирмәй. 1775 йылдың 17 мартында императрица Екатерина II-нең махсус манифесы индерелә. Уға ярашлы, Пугачев бунтында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ғүмерлек һөргөнгә ебәрелергә, ә исемдәре мәңгегә онотолорға, телгә алынмаҫҡа тейеш була. Ошо манифест буйынса властар урындарҙа баш күтәреүселәрҙең исемдәрен телгә алыусыларҙы аяуһыҙ эҙәрлекләй.

Салауат һөргөндә 1800 йылдың 26 сентябрендә вафат була.

… Салауатты бөгөн дә хөрмәтләп иҫкә алалар. 

Яҡты донъянан киткәндә Салауатҡа ни бары 46 йәш була, шуның 25 йылын тотҡонлоҡта үткәрә. Әммә халыҡ хәтерендә ул йәш, 20 йәшлек шағир, полководец, үҙ иңендә – халҡы ышанысын, ә ялҡынлы йөрәгендә башҡорттарҙың азатлыҡ һөйөүсе рухын йөрөткән буйһонмаҫ титан булып һаҡлана.

Уның образы Республикабыҙ символының айырылғыһыҙ өлөшө. Батыр һыны Башҡортостан гербында урын алған. Салауат Юлаев исемендәге орден һәм республикабыҙҙың әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендә дәүләт премияһы бар. Уның исеме ҡала, район, хоккей клубы, предприятиелар, Башҡортостанда, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур һәм башҡа өлкәләрҙә, Татарстан, Донецк, Кривой Рог, Эстонияның Палдиски ҡалаларындағы урамдарға бирелгән. Төрлө төбәктәрҙә уға һәйкәлдәр һәм бюстар ҡуйылған, күп кенә ауыл һәм ҡалаларҙа Салауат Юлаев музейҙары эшләй. Башҡортостанда йыл һайын Салауат көндәре үтә, “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамы уҙғарыла.

 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb