Бөгөн Милли йәштәр театрында «Кәмһетелгәндәр» драмаһының премьераһы

Бөгөн Милли йәштәр театрында «Кәмһетелгәндәр» драмаһының премьераһы

Бөгөн, 27 ноябрҙә, Өфөлә М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының рус труппаһы Зәйнәб Биишеваның «Кәмһетелгәндәр» драмаһын тәҡдим итә.

Спектакль республиканың 100 йыллығына һәм Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның 110 йыллыҡ юбилейына арналып сәхнәләштерелгән.

Ҡуйыусы режиссер – Мәсәлим Күлбаев, ҡуйыусы рәссам — Юлиә Ғиләжева, хореограф — Рәмизә Мөхәмәтшина, музыкаль етәксе – Ришат Сәғитов.

Төп ролдәрҙә: Емеш— Зарема Сәйетмәмәтова, Йәнеш – Элина Гусева, Бибеш – Светлана Бронникова, Иштуған – Илгиз Таһиров, Дмитрий Гусев.

«Кәмһетелгәндәр» — революция алды йылдарындағы тарихи тетрәнеүҙәр ваҡытында кескәй кешенең үҫеүе хаҡында драма. Ярлы Байгилденең ҡыҙы Емешкә үгәй әсә йортонда бик ҡыйын. Ауыр һынауҙарға ҡарамаҫтан, ҡыҙыҡай үҙенең бәҫен һаҡлай белгән һәм яҡты, тәьҫирләнеүсән, ҡыҙыҡһыныусан бала булып ҡалған. Әҫәрҙә Емеш күҙлегенән һөйөү хистәре һәм социаль тетрәнеүҙәр менән тулы башҡорт ауылының тормошо сағылдырыла.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb