Бөгөн "Милли матбуғат: проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары"исемле конференция үтте

Бөгөн "Милли матбуғат: проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары"исемле конференция үтте
Бөгөнгө матбуғаттың йөҙө ниндәй булырға тейеш? Газета – журнал алдырыусылар нимә уҡырға теләй? Ташҡа баҫылғанды нисек интернет селтәрендә лә уҡымлы итергә? Милли матбуғаттың төп проблемаһы бөгөн нимәлә?
 „Башҡортостан„ ДТРК-һы медиаүҙәгенең сираттағы матбуғат конференцияһында ошо һорауҙарға Башҡортостандың төп газета-журналдарының баш мөхәррирҙәре яуап бирҙе. Милли матбуғат мәсьәләләре буйынса фекер алышыуҙа "Йәшлек" гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостан Журналистар берлеге рәйесе Артур Дәүләтбәков, "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева,"Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, "Ҡыҙыл таң" гәзитенең яуаплы сәркәтибе Илдар Фазлетдинов ҡатнашты. Конференцияла ҡатнашыусылар теманың көнүҙәклеген һәм мөһимлеген билдәләне.
 
Милли матбуғат үҫешенә үҙгәртеп ҡороу йылдарында халыҡтың үҙаңының үҫеше, рухи күтәрелеше ҙур роль уйнаған. Әммә хәҙерге иҡтисади көрсөк шарттарында бихисап башҡорт баҫмаларының тиражы кәмей. Гәзит редакциялар тиражды һаҡлап алып ҡалыу өсөн күп көс һала. Гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы барышында һәр төрлө декадалар – милли матбуғат, йәштәр һәм балалар матбуғаты аҙналығы, гәзит-журналдарға
яҙылыусылар көндәре үткәрелеп тора. Яҙылыуҙың традицион булмаған алымдарын һәм юлдарын эҙләргә кәрәк. Бер һүҙ менән әйткәндә, халыҡ ҡыҙыҡһыныуын яулар өсөн әүҙем, ныҡышмал булырға, баҫмаларҙы рекламаларға, уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы баҫма сығарыу зарур.
 
Конференцияла милли матбуғат проблемаһы дәүләт кимәлендә хәл ителергә тейешлеге билдәләнде.
 
 
Гүзәл Багаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb