Бөгөн- Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа 85 йәш

Бөгөн- Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа 85 йәш

Башҡортостан Республикаһының тәүге Юғары Советы Рәйесе, беренсе Президенты, Рәсәйҙең Федерация Советы һәм Дәүләт Советы ағзаһы булған, хеҙмәте I һәм II дәрәжә "Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн", Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы, "Почет Билдәһе" ордендары, башҡа бик күп орден һәм миҙал менән баһаланған Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа бөгөн 85 йәш тула.

"Башҡортостандың мәҙәни донъяһы" интернет-порталы Һеҙҙе оло юбилейығыҙ – 85 йәшегеҙ тулыу менән ихлас ҡотлай һәм иң изге теләктәр белдерә.

Һеҙ республика менән Рәсәй тарихындағы һынылышлы дәүере мәлендә етәкселек алып барҙығыҙ, Башҡортостандың нығынып, аяҡҡа баҫыуындағы ролегеҙ баһалап бөткөһөҙ ҙур.

Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы! Оло байрамығыҙ мөбәрәк булһын, киләсәктә лә имәндәй ныҡ ҡалығыҙ, ныҡлы һаулыҡ, рух ныҡлығы, йыһан киңлегендәй оҙон ғүмер теләйбеҙ!  

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb