Бөгөн, 5 октябрь көнө М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә «ҠОҘАСА» (Б. Бикбай, З. Исмәғилев) музыкаль комедияһы күрһәтеләсәк.
«Еңгә, еңгә - еңгә ул,
Еңгә һиңә тиң дә ул…
Әгәр ҡәҙерен белмәһәң,
Еңгә һиңә - ен дә ул!», –
шулай йырлап, «ярты еңгә - ҡәйнештеке!», тип, улы Басирға – тол ҡалған оло килене Шәмсиәне димләп, ә үҙе йәш ҡыҙ Назаға өйләнмәксе Яппар ҡарт. Дәлилдәре лә көслө уның: Шәмсиә икенсе иргә китһә, Яппарҙың бер атын, бер һыйырын, ярты өйөн алып китәсәк!..
Бер атыуҙа ике ҡуян алмаҡсы Яппар ҡарттың ниәттәре бойомға ашырмы һуң? Наза һылыу ҡарт ҡуйынындағы ҡаласҡа алданырмы икән?
Геройҙарҙың дәртле уйын-йырҙары, оркестр, хор, халыҡсан юмор тормош хаҡында гүзәл йырға тиң, үлемһеҙ «Ҡоҙаса»ға тағы ла мәртәбә өҫтәй, бәҫен арттыра.
Спектакль 2 сәғәт тә 15 минут бара. Спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы режиссер -Айрат Абушахманов, рәссам- Димитрий Хильченко, музыкаль етәксе- Урал Иҙелбаев, Ш.Бабич ис. дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты. Балетмейстер- Сулпан Асҡарова, вокал буйынса педагог- Ләлә Муллабаева, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, хормейстер- Афарим Аҡсурин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Спектакль рус теленә тәржемә ителә.