Бөгөн Мәскәүҙә Башҡорт дәүләт академия драма театрының гастролдәре башланды

Бөгөн Мәскәүҙә Башҡорт дәүләт академия драма театрының гастролдәре башланды

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының юбилей гастролдәренең тәүгеһе февраль башында Мәскәүҙә А.С.Пушкин исемендәге театрҙың Төп сәхнәһендә үтәсәк.

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәшәүселәргә коллектив 3 спектакль һәм 1 театрлаштырылған концерт тәҡдим итә.

4 февралдә 19:00 сәғ. – режиссер Айрат Абушахмановтың «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле (Г.Яхина романы буйынса, Я.Пулинович инсц.). Гастроль сиктәрендә «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен «Алтын битлек» Рәсәй милли театр Фестивале-премияһының 16 баһалама ағзаһы ҡараясаҡ.

5 февралдә 14:00 сәғ. – режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаевтың «Хыялға ҡаршы» спектакле (А.Ишбулдина инсц. Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса).

5 февралдә 19:00 сәғ. – музыкаль комедия «Шәүрәкәй» (М. Буранғолов, реж.А.Абушахманов).

6 февралдә 19:00 сәғ. – «Сәмле ярыш-баттл!» исемле театрлаштырылған концерт.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb