Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының тыуған көнө

Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының тыуған көнө

Бөгөн, 4 декабрь Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының тыуған көнө. Театр тыуған көнө уңайынан «Ҡаһым түрә» тарихи драмаһын тәҡдим итә. Бөгөн тшулай уҡ тарихи шәхесебеҙ Ҡаһым Мырҙашевтың тыуыуына ла 240 йыл тула.
Театр музейында филология фәндәре кандидаты, доцент Гөлсәсәк Саламатова театр тарихы һәм күренекле сәнғәт әһелдәре тураһында һөйләйәсәк.
Бөгөн 1-се ҡатта Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте һатыу-күргәҙмә ойоштора, улар театр тураһында һәм тарихи китаптарҙы һатыуға сығарасаҡ.
Һәр ваҡыттағыса, спектакль алдынан, театр оркестры күңелле көй-моңдар уйнап, тамашасыларҙың кәйефтәрен күтәрер.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында хеҙмәт иткән бик күп артистарҙың, режиссерҙарҙың, драматургтарҙың, рәссамдарҙың, композиторҙарҙың, сәнғәт әһелдәренең исемдәре киң донъяға танылды, улар тыуған театры менән бергә Башҡортостаныбыҙҙы ла данланы! С

Бөгөнгө көндә  театр Рәсәй театрҙары араһында иң көслө милли театрҙарҙың береһе булып тора! Артабан да театр яңы үрҙәр яулаһын, ижади бәйгеләрҙә уңышлы сығыш яһарға насип булһын! Тамашасыларҙың ҡайнар алҡыштары күңелдәрҙе йылытһын!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb