19-20 май көндәре Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге Ҡурай байрамы үтә. Сара танылған музыкант һәм уҡытыусының тыуыуына 105 йыл тулыуға арнала.
Байрамдың маҡсаты — һәләтле ҡурайсыларҙы асыҡлау, йәштәрҙе башҡорт инструменталь фольклорына йәлеп итеү, ҡурайҙа уйнау сәнғәтен пропагандалау һәм ҡурайҙың яңы мөмкинлектәрен асыу. Программала үҙешмәкәр һәм профессиональ ҡурайсылар араһында конкурс, башҡарыусылар һәм ҡурайсылар ансамблдәре өсөн семинар, ижади лаборатория, конкурс еңеүселәренең һәм байрам ҡунаҡтарының гала-концерты ҡаралған.
Бәйгелә профессиональ һәм үҙешмәкәр башҡарыусылар, ҡурайсылар ансамбле ҡатнаша. Төп шарт — музыкант положениела яҙылған 100 башҡорт халыҡ йырының тарихын һөйләй һәм уйнай белергә тейеш.