Бөгөн билдәле яҙыусы, публицист һәм тәржемәсе Раил Байбулатовтың тыуыуына 80 йыл.
Раил Фәтхелислам улы Байбулатов 1937 йылдың 2 июнендә Көйөргәҙе районының Яманғол ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Үҙ ауылындағы башланғыс мәктәпте, унан күрше Яманһары ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, ул 1952 йылда Башҡорт педагогия училищеһына уҡырға инә. Училищены уңышлы тамамлағас, Раил Байбулатов 1956—1961 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында белем ала. Ул хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡ ҡалаһының В. И. Ленин исемендәге балалар йортонда уҡытыуҙан башлай. Һуңынан оҙаҡ йылдар Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә эшләй.
Матбуғат әлкәһендә оҙаҡ йылдар һөҙөмтәле эшләгәне өсөн ул «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы, Башҡорт АССР-ы Верховный Советы Президиумының Почёт грамотаһы, «СССР-ҙың матбуғат отличнигы» билдәһе менән бүләкләнгән.
Раил Байбулатов — элекке педагог булараҡ, мәктәп, уҡыусы балалар тормошона арналған, йәш быуынды уйландырырлыҡ, тулҡынландырырлыҡ хикәйәләр ижад иткән яҙыусы. Әҙиптең «Әсәйемдең алсаҡ йөҙө», «Зәңгәр болоттар», «Иң ауыр фән», «Һоро шинель», «Оҙайлы имтихандар» исемле китаптары донъя күрҙе.