“PRO.Фольклориада-2021” күргәҙмәһендә йылдың иң ҙур мәҙәни ваҡиғаһына арналған үҙенсәлекле әйберҙәр менән танышырға була. Бында төрлө сит делегеациялары алып килгән аҡсалар менән биҙәлгән түшелдерек тә ҡуйылған.
Күргәҙмәлә фольклориадала ҡатнашыусыларҙың килер быуындарға ҡалдырған ваҡыт капсулаһын да күрергә була. Уны 10 йыл үткәс, йәғни 2031 йылдың 10 июлендә асыу планлаштырыла. Музейҙа шулай уҡ төрлө илдәрҙең байрам һәм йола битлектәре менән танышырға мөмкин. Күргәҙмә август аҙағына тиклем эшләй.