Бөгөн РСФСР-ҙың һәм СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкованы һуңғы юлға оҙаттылар

Бөгөн РСФСР-ҙың һәм СССР-ҙың халыҡ артисы  Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкованы һуңғы юлға оҙаттылар

Бөгөн РСФСР-ҙың һәм СССР-ҙың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө ҡалаһының почетлы гражданины ГӨЛЛИ АРЫҪЛАН ҠЫҘЫ МӨБӘРӘКОВА ны һуңғы юлға оҙаттылар.

Траур митингыһын Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова алып барҙы.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙ телмәрендә Гөлли Арыҫлан ҡыҙының ижадына ҡарата тәрән ихтирамын белдерҙе. 

Бөгөн хушлашыу һүҙҙәрен шулай уҡ Өфө ҡала Советы рәйесе  Трофимов Валерий Николаевич, Белорет районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Тляубаев Ильгиз Сафа ул, Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе  Абушахманов Әхтәм Әхәт улы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Татарстандың халыҡ артисы, профессор, Г.Камал исемендәге Татар дәүләт академия драма театры актеры Наиль Дунаев, Гөлли Арыҫлан ҡыҙының улы Аяз Сафин, Башҡортостан Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмухәмәт хәҙрәт  Ниғмәтуллин, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының художество етәксеһе Олег Закир улы Ханов әйтте. 

 «Көтмәгәндә тормош беҙҙең аранан иң ҡәҙерле кешеләрҙе тартып ала. Һәм беҙҙең тирәлә ҙур бушлыҡ ҡала. Бына ошо бушлыҡ күңелебеҙҙә һыҙланыу тыуҙыра һәм был һыҙланыу туҡтамай дауам итә. Гөлли Арыҫлан ҡыҙының китеүе ошондай хистәр тыуҙырҙы. «Мин барыбер Ҡазан гастролдәренә барырға тейешмен. Мин тырышам. Һеҙ үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, коллективҡа ҙур сәләм» — тине ике көн элек миңә телефон аша Гөлли Арыҫлан ҡыҙы.  Беҙҙең коллектив йәтим ҡалды. Сөнки ошо көндән алып Гөлли Мөбәрәкова беҙгә булған һөйөүе, йылылығы, ярҙамға әҙер булып булып торған, әйткән йылы һүҙҙәре менән беҙҙең менән башҡаса булмаясаҡ. Әлбиттә, беҙ спектаклдәребеҙҙе уйнарбыҙ, сәхнәгә сығарырбыҙ, тик ҡәҙерлебеҙ Гөлли Арыҫлан ҡыҙы беҙҙең менән бергә башҡаса сәхнәгә сыҡмаясаҡ. Ул — бөйөк актриса, уҡытыусы, ҙур йөрәкле кеше булып ҡала. Уны юҡҡа ғына «Ағинәй» тип атамағандарҙыр. Уның уйнаған ролдәре беҙҙең театр тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова  беҙҙең һәр беребеҙҙең йөрәгендә. Ауыр тупрағың еңел булһын, Гөлли Арыҫлан ҡыҙы…», — тине Олег Закир улы. 

“Башҡорт академия драма театры йөҙ йыллығын билдәләргә әҙерләнгән ваҡытта Гөлли Арыҫлан ҡыҙының уның китеп барыуы-ҙур юғалтыу. Беҙҙең быуын аңында Гөлли Арыҫлан ҡыҙы булмышы, уның образдары һаҡланасаҡ.Заман шундай ашығыс, электорника заманы, йәшәү ритмы ныҡ артты, күп ваҡыт ултырып һөйләшә алмайбыҙ, бер-беребеҙгә йылы һүҙҙәр әйтә алмайбыҙ. Бына ошондай ауыр ваҡытта туҡтап ҡалабыҙ һәм уйланабыҙ һәм кешенең ҡәҙерен тағы ла ҙурыраҡ баһалайбыҙ. Тыныс йоҡла, Гөлли Арыҫлан ҡыҙы! Һеҙҙең образығыҙҙы, булмышығыҙҙы киләсәккә еткереү өсөн тырышып эшләйәсәкбеҙ! Ауыр тупрағың еңел булһын!-тине үҙ телмәрендә Башҡортостандың халыҡ артисы, республиканың театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Әхтәм Абушахманов.

«Башҡортостан Республикаһы бөгөн оло юғалтыу кисерҙе. Беҙҙең аранан яратҡан актрисабыҙ  китте. Гөлли Арыҫлан ҡыҙының уйнаған ролдәре, эшләгән эштәре,  кешелек һәм сәнғәт донъяһында яҡты эҙе ҡалды. Рухың шат, йәнең йәннәттә булһын, хөрмәтле Гөлли Арыҫлан ҡыҙы!» — тип траур митингыһын тамамланы БР-ҙың  мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы.

Донъя кимәлендә танылған оло шәхестең, башҡорт театрына һуңғы көнөнә тиклем фиҙаҡәр хеҙмәт иткән ижадсының донъя ҡуйыуы театр сәнғәте өсөн ҙур юғалтыу. 

Халыҡ артисының исеме халыҡ күңелендә йәшәр, яҡты рухы беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Гөлли Мөбәрәкованы һуңғы юлға Рафаэль Сафиндың “Теләк” шиғыры менән оҙаттылар.

Ҡарайым да ҡайсаҡ Ағиҙелгә,

уралып та ятҡан Уралға,

Һөйләшәһем килә улар менән,

өндәшәһем килә уларға.

 

- Мин тыуғанмын бары кеше булып,

ғүмер баҡый һеҙгә көнләшәм.

Һеҙ ул мәңге йәшәр заттан да бит,

кеше ғүмере - янып һүнер шәм.

 

Миңә тиклем күпме яҡты шәмдәр

янғандар ҙа һүнеп ҡуйғандар.

Миңә лә бит килер ул һүнер көн,

Һүнер минән һуң да тыуғандар.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb