Совет идеологияһын, илдә алып барылған милли сәйәсәтте хупламауы арҡаһында иҫән сағында күп әҫәрҙәре баҫылмай, властар талабы буйынса эҙәрлекләүҙәргә дусар ителә, эшкә лә алмайҙар. Тыуған теленә һөйөүе арҡаһында Советтар Союзы яҙыусылар берлеге сафынан сығарыла. Рәми Ғарипов 1977 йылдың 20 февралендә 55 йәшендә йөрәк сиренән вафат була. Үҙгәртеп ҡороу йылдарынан һуң ғына ижады баһалана – 1988 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, 1992 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелә.