Бөгөн Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһыны халыҡ артисткаһы Нурия Ирсаева күркәм юбилейын билдәләй

Бөгөн Рәсәй Федерацияһының һәм  Башҡортостан Республикаһыны халыҡ артисткаһы Нурия Ирсаева  күркәм юбилейын билдәләй

Бөгөн Рәсәй Федерацияһының һәм  Башҡортостан Республикаһыны халыҡ артисткаһы Нурия Ирсаева  күркәм юбилейын билдәләй.

Актриса 1942 йылдың 13 октябрендә Миәкә районының Ҡанбәк ауылында тыуған.

Нурия Ирсаева -Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1980), Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисткаһы (1984), Татарстан Республикаһының халыҡ артисткаһы (1994).

1981 йылда Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ була.

СССР Мәҙәниәт министрлығының А.Д. Попов исемендәге көмөш миҙалы менән бүләкләнгән.

1965 йылда Өфө дәүләт сәнғәт училищеһын, 1987 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (хәҙерге З. Исмәғилев ис. Өфө дәүләт сәнғәт академияһы) тамамлай.

1965 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһына ҡабул ителә.

Әлеге ваҡытта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында хеҙмәт юлын дауам итә, бөгөнгө көндә уйнаған ролдәре:
«БЕР МӘЛ САНАТОРИЙҘА...» - Таһира,
«МӨХӘББӘТ ҠАРАҒЫ» - Фаягөл,
«АЙ ТОТОЛҒАН ТӨНДӘ» - Ил инәләре
«МИН - ҠАТЫН - ҠЫҘ» - Айзарә Әхәтовна
«БӘХЕТ ХАҠЫ» роль: Әминә
«БИРНӘҺЕҘ ҠЫҘ» -Харита Игнатьевна Огудалова
«ҠАРА ЙӨҘҘӘР» - Хәмиҙә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb