Бөгөн Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Суфия Ҡорбанғәлиеваның юбилей бенефисы

Бөгөн Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Суфия Ҡорбанғәлиеваның юбилей бенефисы

Бөгөн, 28-се февралдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Суфия Ҡорбанғәлиеваның юбилей бенефисы үтә.

Тамашасыларға актрисаның юбилейы уңайынан «Иң бәхетле төн» (А.Касон) мелодрамаһы күрһәтеләсәк. Спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы – Олег Ханов, рәссам – Альберт Нестеров, композитор – Урал Иҙелбаев.

Суфия Ҡорбанғәлиеваның героиняһы егерме йыл элек өйҙән сығып киткән ейәнен көтөп, уның ҡайтырына өмөт итеп йәшәй. Эйе, тап өмөт уны йәшәтеп килә – шул турала белгән ҡарты уға ғәйепһеҙ юғалған ейәне исеменән хаттар яҙа, уның тормошо тураһында бермә-бер һөйләп бара. Тормош шулай “ялған хаттар” менән дауам итер ине лә, бер көн килеп ысын ейәненән телеграмма килә… Күп тә үтмәй ейән ҡайтып килгән карап диңгеҙ төбөнә китә… Ҡатынының өмөтөн өҙмәү өсөн Ҡарт рухи ярҙам менән шөғөлләнеүсе контораға мөрәжәғәт итә, унда эшләүсе сәнғәтсә фекер йөрөтөүсе хеҙмәткәрҙәр ярҙамға ашыға… Өләсәй үҙ ейәнен танырмы? Ейәненең һәр аҙымын белгән өләсәйҙең һынауҙарын “яңы ейән” нисек үтер? Ә иң сетереклеһе – ысын ейәндең килеп сығыуы…

Мажараларға, юморға, көтөлмәгән хәл-ваҡиғаларға ҡоролған әҫәр беҙҙең тормошҡа ауаздаш: бәхет көткәндәр – бәхетле булһын, кешене йәшәткән өмөт һүнмәһен…

Ролдәрҙе -Илсөйәр Ғәзетдинова, Светлана Хәкимова, Әхәт Хөсәйенов, Рәзифә Динмөхәмәтова, Сәғиҙулла Байегетов, Фирҙәүес Ғиззәтуллина, Ринат Баймырҙин, Гөлмирә Исмәғилева , Милена Ишаева, Руслан Хайсаров башҡара.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb