Рәсәй Оборона министрлығы ТУ-154 самолетының ҡолауы тураһында хәбәр итте. Ҡара диңгеҙҙә ҡолаған ТУ-154 самолет ҡалдыҡтарын йыйыу дауам ителә. Эксперттар белдереүенсә, көндәр яҡшы торған осраҡта ла бының өсөн кәмендә 1 аҙна талап ителә. Фажиғә сәбәптәрен тикшереү буйынса Транспорт министры Максим Соколов рәйеслегендә дәүләт комиссияһы булдырылды. Адлерҙан Сүриәгә осош алған ТУ-154 Ҡара диңгеҙгә ҡоланы. Бортағы 8 экипаж ағзаһы һәм 84 пассажир- барыһы ла һәләк булды. Уларҙың араһынан 68-е Рәсәй армияһының Александров исемендәге йыр һәм бейеү ансамбле артистары. Шулай уҡ НТВ, беренсе канал һәм “Звезда” телеканалынан 9 хеҙмәткәр, бер тиҫтәләп хәрбиҙең ғүмере өҙөлдө.
Рәсәй президенты, башҡа рәсми вәкилдәр һәләк булғандарҙың яҡындары һәм туғандарының ҡайғыларын уртаҡлашты.
Рәсәй президенты тарафынан бөгөн илдә матәм көнө иғлан ителде.