Бөгөн Салауат башҡорт драма театры 85-се ижад миҙгелен аса. Тамашасылар иғтибарына Н. Асанбаевтың "Ете ҡыҙ" тарихи драмаһын тәҡдим итәсәктәр.
Спектакль Салауат театры тормошоноң тарихи ваҡиғаларына арналған. Был спектакль ун йыл элек сәхнәләштерегәйне.
Спектаклдлең ҡуйыусы режиссеры – Айрат Әбүшахманов, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, ҡуйыусы рәссамы – Альберт Нестеров, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор –Афарим Аҡсурин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре музыкаль яҡтан биҙәүсе – Илшат Яхин.
Спектаклдә ҡатнашалар: Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Миндулла Иҙрисов, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гөлсәсәк Шәрипова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Нәүфилә Яҡупова, Ләйсән Кәримова, Наҙгөл Иҫәнбаева, Гөлфирә Сәфиуллина, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөһрә Әминова, Рәмзиә Мәҡсүтова, Айһылыу Лоҡманова, Нәркәс Йомағужина.