Бөгөн “Шағир көндәлеге” фильмы төшөрөлә башланы

Бөгөн “Шағир көндәлеге” фильмы төшөрөлә башланы

Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғаприповҡа арнала. «Шағир көндәлеге» — республика тарихында халыҡ ярҙамына таянған тәүге кино.

Тәүге тапҡыр фильм тураһында йәмәғәтселеккә 2019 йылдың авгусында иғлан ителде һәм ошо ваҡыттан алып халыҡтан 1 миллион һумдан ашыу аҡса йыйылды. Пандемия сәбәпле фильм буйынса эштәр туҡтап торҙо һәм 2020 йылдың декабрендә йәнә тергеҙелде.

Фильмды Башҡортостан Башлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Ә.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы, Свердловск киностудияһы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ярҙамында кинорежиссеры Булат Йосопов төшөрә.

Киностудия директоры Юнир Әминевтең әйтеүенсә, “Шағир көндәлеге” фильмы 2022 йылдың сентябрендә прокатҡа сығарылырға тейеш.

Бөгөн “Шағир көндәлеге” фильмы төшөрөлә башланы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb