Бөгөн Шишмә ҡасабаһында бик үҙенсәлекле сара “Ҡатыҡ байрамы”уҙа. Мәҙәни сара һуғыш ваҡытында, унан һуңғы осорҙа Шишмәнән Өфөгә көйәнтәләп ҡатыҡ килтереп һатып, ғаиләләрен аслыҡтан алып ҡалған ҡатындар яҙмышына арнала.
Театрлаштырылған тамашала ваҡиғаларҙың тере шаһиттары, ҡатыҡ ташыусы апайҙар ҙа ҡатнаша. Ҡатыҡ байрамы мал аҫрап, һөттән бик күп ризыҡ эшләп, тырышып йәшәргә мөмкин булыуын күрһәтәсәк. "Ҡатыҡ байрамы" тамашаһы бөгөн киске етелә башлана.