Бөгөн Сибай концерт-театр берекмәһендә “Башҡортомдоң йөҙ йыры” тип исемләнгән аудиодисктың исем туйы үтә

Бөгөн Сибай концерт-театр берекмәһендә “Башҡортомдоң йөҙ йыры” тип исемләнгән аудиодисктың исем туйы үтә

Бөгөн, 4 декабрҙә Сибай ҡалаһының А.Мөбәрәков исемендәге драма театры залында аудиодисктың исем туйы үтә. Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Сибай концерт-театр берекмәһе “Башҡортомдоң йөҙ йыры” тип исемләнгән аудиодиск сығарҙы. Был дискыға тупланған башҡорт халыҡ йырҙары бары тик  вокалистар – Сибай филармонияһының йырсылары башҡарыуында ғына яҙҙырылды.

Проекттың авторы концерт-театр берекмәһе директоры – БР-ҙың атҡаҙанған  артисы Айбулат Ҡотошов, музыка етәксеһе – БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин. 

Йыйынтыҡты мәктәп уҡыусыларына, уҡыу йорттары талиптарына, тел, әҙәбиәт һәм музыка уҡытыусыларына кәрәкле ҡулланма булараҡ дәрестәрҙә файҙаланырға мөмкин. Шулай уҡ башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре менән ҡыҙыҡһыныусылар, уларҙы өйрәнеүселәр өсөн дә бик кәрәкле сығанаҡ буласаҡ. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb