Бөгөн Сибайҙа «Ирәндек моңдары» башҡорт йырын башҡарыусылар конкурсы асыла

Бөгөн Сибайҙа «Ирәндек моңдары» башҡорт йырын башҡарыусылар конкурсы асыла

Бөгөн, 24 майҙа, Сибай ҡалаһында "Ирәндек моңдары" конкурсы башлана. Ижади бәйгелә үҙешмәкәр һәм профессиональ башҡарыусылар үҫмерҙәр һәм өлкәндәр төркөмдәргә бүленеп, ҡатнаша.

Конкурс программаһы өс көнгә иҫәпләнгән. Ул 26 майҙа ҡаланың Үҙәк майҙанында гала-концерт менән тамамлана. Бәйгелә Башҡортостандан, Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Һарытау һәм Свердловск өлкәләренән йырсылар көс һынаясаҡ.
«Ирәндек моңдары» төбәк-ара башҡорт йырын башҡарыусылар конкурсы тәүге тапҡыр 1996 йылда Сибай ҡалаһы хакимиәте башланғысы буйынса ойошторола. 2000 йылға тиклем йыл һайын уҙғарыла. Артабан — ике йылға бер тапҡыр. Положениеға ярашлы, бәйгеселәр ике йәш төркөмөндә (16 йәшкә тиклем һәм 16-35 йәшлектәр) көс һынаша. Конкурстың абруйы һәм унда ҡатнашыусыларҙың географияһы йылдан-йыл киңәйә. Бәйгелә Ҡаҙағстандан, Үзбәкстандан, Татарстан Республикаһынан, Төмән, Ырымбур, Силәбе, Һамар, Ҡурған өлкәләренән, Пермь крайынан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан йырсылар ҡатнашты. Төрлө йылдарҙа «Ирәндек моңдары» конкурсында Азамат Тимеров, Фәрүәз Урманшин, Лилиә Ишемйәрова, Радик Вәлмөхәмәтов, Минзәлә Түләбаева, Баязит Байназаров, Рәүил Харрасов, Сәғиҙулла Байегетов, Гөлсөм Бикбулатова, Альберт Салауатов, Хәсән Усманов, Зөлфиә һәм Рәмил Әбүбәкеровтар, Рөстәм Шаһыбалов, Филүс Ҡалмырҙин, Алһыу Бәхтиева, Нәсимә Тимерова, Венера Рәхмәтуллина, Фәнил Кинйәғолов, Сөмбөл Баймырҙина, Сәйет Билалов, Дилара Иҙрисова, Зәлиә Хөббитдинова еңеү яуланы. 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb