Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә К. Иванов исемендәеге Сыуаш академия драма театры Марина Карягинаның “Кәкүкле сәғәт” драмаһы менән сығыш яһаясаҡ. Төрки телле театрҙарҙың алтынсы халыҡ-ара “Туғанлыҡ” фестивалендә ҡатнашыусы спектаклдең ҡуйыусы режиссеры һәм рәссамы Валерий Яковлев, бейеүҙәр ҡуйыусы Людмила Нянина һәм аранжировщигы Родислав Семенов.
Марина Карягинаның “Кәкүкле сәғәт” драмаһында беҙ йәшәгән тормош, донъяның әллә нисәмә төшөнсөлөренең бәрелеше һүрәтләнә. Үткән һәм бөгөнгө, өлкәндәр һәм йәштәр, ысынбарлыҡ һәм хыялдар. Ваҡиғалар урыны-бөтөп барған ауылдың иҫке бер йорто. Әҫәрҙә бөгөнгө көндөң актуаль мәсьәләләре-ауылдың бөтөүе, әхләҡи ҡиммәттәрҙең юғалыуы хаҡында һүҙ бара.
Белешмә өсөн: Константин Иванов исемендәге Сыуаш дәүләт академия драма театры Сыуашстандың иң олпат театры. Театр Сыуашстанда түгел, ә 1918 йыл башында Ҡазан ҡалаһында ойошторола һәм тәүҙә “сыуаш драмаһы”, һуңынан “Сыуаш күсмә театры” тип йөрөтөлә. Ике йыл республика буйлап йөрөгәндән һуң, 1920 йылда Чебоксарға күсеп, Сыуашстандың төп театры булараҡ йәшәй башлай. Театрға нигеҙ һалыусы булып режиссер Максимов-Кошкинский тора.