Бөгөн "Тамыр" балалар телеканалы 25 йәшен билдәләй

Бөгөн "Тамыр" балалар телеканалы 25 йәшен билдәләй

2 март - "Башҡортостан" дәүләт телерадио компанияһының "Тамыр" балалар телеканалы 25 йәш. Байрам уңайынан бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһында балалар көнө иғлан ителгән. Көн дауамында "Тамыр"ҙың иң яҡшы проекттары менән танышырға  мөмкин. БСТ-ның бөтә программаларын,тип әйтерлек малайҙар һәм ҡыҙҙар алып бара.
«Тамыр» теүәл 25 йыл элек «Сәңгелдәк» тапшырыуы менән эфирға сыға башлай.
Студияның даны республиканан ситтә лә киң билдәле. Ижади коллективтың Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән сараларҙа ҡатнашып, гел генә еңеү яулауы ла был турала һөйләй.

25 йыл эсендә йөҙләгән ҡыҙ һәм малайҙар үҙҙәренең бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, профессиональ актер, радио һәм телевидение тапшырыуҙары алып барыусылары булып китә алды. Бөгөн дә балалар, тиҫтә йылдар элек кеүек үк, яңы проект авторҙаштары, сценарийҙарға илһамландырыусылар.


Бөгөн шулай уҡ телеканалдың юбилейы уңайынан Башҡортостан юлдаш телевидениеһында үҫмерҙәр  «Интервью» һәм «Телеүҙәк» программаларын алып барасаҡ. Артабан «Тамыр»ҙарҙың юбилей саралары  Өфөнөң «Родина» кинотеатрында дауам итә. Унда мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн фильм күрһәтеләсәк. Байрам ҡаланың күңел асыу үҙәктәренең береһендә күңелле мәктәп дискотекаһы менән тамамланасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb