Бөгөн танылған башҡорт шағиры Муса Ғәлиҙең тыуыуына – 95 йыл

Бөгөн танылған башҡорт шағиры Муса Ғәлиҙең тыуыуына – 95 йыл

Бөгөн танылған башҡорт шағиры, драматург һәм тәржемәсе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, РСФСР ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, II дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры Муса Ғәлиҙең тыуыуына – 95 йыл. Ғабдрахман Ғәли улы Ғәлиев Өфө кантоны Иҫке Муса ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһынан бик йәшләй етем ҡала. Олатаһы йортонда тәрбиәләнеп үҫә. Ете йыллыҡ мәктәптән һуң, бер йыл Өфөлә, медицина училищеһында уҡый.

1943 йылдың көҙөнән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында фашистарға ҡаршы һуғышта, Днепрҙы кисеүҙә, Украинаны һәм Белоруссияны азат итеүҙә ҡатнаша. Ҡаты яраланғандан һуң госпиталдә ята, һауыҡҡас, 1946 йылға тиклем хәрби хеҙмәтте дауам итә.

Яуҙарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.

1963—1965 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа белем ала. Үҙенең күп яҡлы ижадын шағир һәр саҡ йәмәғәт эше менән әүҙем берләштерә. Оҙаҡ йылдар Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы, «Ағиҙел» һәм «Уральсий следопыт» журналдары мөхәрририәттәре, РСФСР Яҙыусылар союзының художестволы тәржемә буйынса комиссияһы, СССР Яҙыусылар союзының әзербайжан әҙәбиәте буйынса комиссияһы ағзаһы була. Муса Ғәли йәш әҙәбиәтселәрҙе тәрбиәләү буйынса әүҙем эш алып бара. Күп илдәрҙә башҡорт әҙәбиәтен лайыҡлы күрһәтә.
Муса Ғәли күп шаршаулы ике драма әҫәре яҙҙы. Улар Сибай дәүләт башҡорт театрында ҡуйылды. «Тауҙар төш күрә», «Аҙымдар» повестарын ижад итте. Публицист һәм талапсан әҙәби тәнҡитсе булараҡ та матбуғатта әүҙем сығыш яһаны. Ул башҡорт публицистикаһында юлъяҙма жанрын үҫтереүгә һиҙелерлек өлөш индерҙе. Әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре, ижади портреттары «Гөлдәр һәм йондоҙҙар» тигән китабына тупланып донъя күрҙе.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb