Бөгөн "Телефонға тексәйеп" онлайн-осрашыуында - Сулпан Асҡарова

Бөгөн "Телефонға тексәйеп" онлайн-осрашыуында - Сулпан Асҡарова

3 июлдә 20 сәғәттә Башҡорт дәүләт филармонияһының нәфис һүҙ оҫтаһы, юмор батшабикәһе Зөлфиә Әхмәтова инстаграм һәм бәйләнештә социаль селтәрҙәрендә "Телефонға тексәйеп" осрашыуҙары сиктәрендә тура эфирға филармонияның художество етәксеһе, эстраданың баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артискаһы Сулпан Асҡарованы саҡырған.

Сулпан Раил ҡыҙы башҡорт эстрадаһының үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында, яңы проекттар тураһында һөйләйәсәк. Тура эфир ваҡытында тамашасылар режиссерға һорауҙар бирә ала. Эфирҙы түбәндәге һылтанмалар буйынса ҡарарға буласаҡ: Бәйләнештә селтәрендә һәм инстаграмда Зөлфиә Әхмәтованың сәхифәһе. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb