Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Бөгөн Туймазыла “Оҙон көй” төбәк-ара конкурсы асыла
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 09 ноябрь 2016
Бөгөн Туймазыла “Оҙон көй” төбәк-ара конкурсы асыла
Башҡорт халҡының бай тарихын, рухын сағылдырған оҙон көйҙәр башҡарыу – йыр оҫталығының иң юғары нөктәһе.
9-11 ноябрҙә Туймазы ҡалаһында башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың "Оҙон көй" төбәк-ара конкурсы үтә. Бәйгенең маҡсаты — талантлы йырсыларҙы асыҡлау һәм пропагандалау, халыҡ йырҙарын башҡарыу традицияларын үҫтереү һәм һаҡлау. Илдең күп кенә төбәктәренән йөҙгә яҡын йырсы ҡатнашыу теләге белдергән.
Сараны ойоштороусылар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Туймазы районы хакимиәте.
Туймазыла «Оҙон көй» йыр байрамын үткәреү тәжрибәһенең тарихы бай. Киләһе йылда "Оҙон көй"гә егерме йыл тула. Үткән осорҙа унда илебеҙҙең төрлө төбәктәренән дүрт йәштән алып 88 йәшкәсә меңгә яҡын башҡарыусы ҡатнашҡан.
Тәүге тапҡыр I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын, башҡорт фольклорын өйрәнеү, тергеҙеү һәм үҫтереү дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында башҡорт халыҡ йырҙарын яратып башҡарыусылар 1997 йылда йыйылғайны. Ул ваҡытта бәйгене урындағы хакимиәт һәм башҡорт ҡоролтайының башҡарма комитеты ойошторғайны.
Бәйге йылдан-йыл популярлыҡ яулай килде. Бер йылдан һуң ул зона кимәленә сыҡты, конкурс географияһы киңәйгәндән киңәйҙе. Һәр бәйгелә лә Өфө, Туймазы, Октябрьский ҡалаларынан, Туймазы, Благовар, Баҡалы, Бүздәк, Йәрмәкәй, Шаран райондарынан, Татарстандың һәм Ырымбур өлкәһенән оҙон көй һуҙыусылар ҡатнаша килә.
2001 йылда “Оҙон көй” гә төбәк конкурсы статусы бирелә. 2007 йылда Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыл тулыу уңайынан ойошторолған бәйгелә илдең һигеҙ төбәгенән 170 башҡарыусы, шул иҫәптән республиканың 47 ҡала һәм райондары вәкилдәре ҡатнаша.
Бәйгелә оло йәштәгеләрҙең генә түгел, сәхнәгә тәү тапҡыр аяҡ баҫҡан йәш йырсыларҙың да сығыш яһауы башҡорт халыҡ йырының яңы һулыш алыуы, үҙ башҡарыусыларын табыуы, халыҡтар араһындағы ысын дуҫлыҡ күперенә әүерелеүе хаҡында һөйләй.
Гүзәл Багаева
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова юбилейын спектакль һәм гастролдәр менән билдәләй
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт ҡурсаҡ театры спектаклдәрҙе насар күргән һәм һуҡыр балалар өсөн ҡулайлаштыра
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Еңеү йыры» флешмобын иғлан итте
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө