Бөгөн яугир һәм журналист Мостафа Солтановтың тыуыуына – 110 йыл

Бөгөн яугир һәм журналист Мостафа Солтановтың тыуыуына – 110 йыл

8 февралдә фронтовик һәм журналист Мостафа Солтановтың (1912-2009 йылдар) тыуыуына 110 йыл тула. Бөйөк Ватан һуғышынан ул Ҡыҙыл Йондоҙ, II һәм III дәрәжә Дан, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры булып ҡайтты, ә ижади ҡаҙаныштары “БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән юғары исем һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия менән билдәләнә.

Замандаштары Мостафа Кәрим улын тормошто һәм хеҙмәтте сикһеҙ яратҡан кеше булараҡ хәтергә ала. “Көн дә бер юл булһа ла яҙырға!” тигән маҡсат менән йәшәй ул.

Башҡорт журналисы үҙенән һуң ҡиммәтле мираҫ - Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға, тыуған яҡ тарихына арналған мәҡәләләр һәм очерктар ҡалдырҙы. Публицистик әҫәрҙәре башҡорт телендә «Сафта ҡалам», «Утлы йылдар», «Хәтер китабы» йыйынтыҡтарына тупланған.

Мостафа Солтанов әүҙем яҙыусылыҡ һәм тыуған яҡты өйрәнеү эшмәкәрлеген төп һөнәре – журналистика менән йәнәш алып бара. 1937 - 1941 йылдарҙа һәм 1945 - 1949 йй. «Сталинсы» («Әлшәй хәбәрҙәре») гәзитендә эшләй: 1939 йылдан алып яуаплы мөхәррир урынбаҫары, 1940 йылда - мөхәррир урынбаҫары, 1941 йылдан мөхәррир вазифаһын башҡара. 1951-1963 йылдарҙа – «Совет Башҡортостаны» гәзите хеҙмәткәре. 1965 йылдан - «Путь Ильича» («Күмертау ваҡыты») гәзите мөхәррире урынбаҫары. 1984-1990 йылдарҙа Күмертау районы музейы директоры булып эшләй.

Башҡортостандың арҙаҡлы улы Мостафа Солтанов 1912 йылдың 9 февралендә Өфө губернаһы 1‑се Бәләбәй өйәҙенең Яңы Ҡуңҡаҫ ауылында тыуған (хәҙерге Миәкә районының Ҡаран-Ҡуңҡаҫ ауылы). 97 йәшендә - 2009 йылдың 18 февралендә Күмертау ҡалаһында донъя ҡуйған, Көйөргәҙе районының Ҡансыра ауылы зыяратында ерләнә.

Мостафа Кәрим улының түбәндәге шиғри юлдары васыят булып яңғырай:

Яратам мин эшсе кешеләрҙең

Шанлы, данлы үткән тормошон,

Бигерәк тә уңған егеттәрҙең,

Кәләш алып, ғаилә ҡороуын.

Урамдарҙан һәр көн үткән саҡта

Сәләм әйткем килә һәр кемгә.

Бәхет, тәүфиҡ ҡына булһын икән

Йәшәү өсөн тыуған һәр кемдә.

Бөгөн яугир һәм журналист Мостафа Солтановтың тыуыуына – 110 йыл
Бөгөн яугир һәм журналист Мостафа Солтановтың тыуыуына – 110 йыл

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb