Бөгөн яҙыусы, драматург, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Наил Әсхәт улы Ғәйетбаев 70 йәшен билдәләй

Бөгөн яҙыусы, драматург, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре  Наил Әсхәт улы Ғәйетбаев 70 йәшен билдәләй

Бөгөн, билдәле яҙыусы, драматург, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты Наил Әсхәт улы Ғәйетбаевҡа – 70 йәш.

Наил Әсхәт улы Ғәйетбаев 1948 йылдың 20 июнендә Баймаҡ ҡалаһында тыуған. 1966 йылда Сибайҙа урта мәктәп тамамлағас, Магнитогорск тау-металлургия институтында уҡый. 1972 йылда инженер-механик һөнәре алғас, Себерҙә эш башлай. Кемеров өлкәһе Киселев машиналар төҙөү заводында мастер, участок етәксеһе, баш механик вазифаларын башҡара. Артабан Сибай баҡыр-көкөрт заводында өлкән механик (1976—1978), өлкән инженер (1978—1988) була.

1983 йылда СССР Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы Юғары әҙәбиәт курстарын, 1987 йылда — ГИТИС ҡарамағындағы Юғары театр курстарын тамамлай.

1988—1990 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы яҙыусылар берлегендә әҙәби кәңәшсе булып эшләй.

1992—1998 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары һәм беренсе урынбаҫары вазифаларында эшләй. Был осорҙа «Тамаша» һәм «Рампа» журналдарын ойоштороуға, Өфөлә республика уҡыу-методик үҙәген, Стәрлетамаҡта — филармония һәм бейеү театрын, Сибайҙа — махсус музыка лицейын, «Сулпан» балалар театрын, филармония һәм сәнғәт училищеһын асыуға, йыл һайын йәш драматургтар семинарын (Баймаҡ ял йортонда) һәм «Театр яҙы» фестивалдәрен үткәреүҙә ҙур өлөш индерә.

1994—2010 йылдарҙа — «Тамаша» журналының баш мөхәррире, 2000—2007 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы генераль директоры булып эшләй.

2014 йылда Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге рәйесе итеп һайлана һәм был вазифала 2016 йылғаса эшләй.

17 китап, 25 пьеса, 2 роман, 10 балалар өсөн повесть авторы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb