Бөгөн Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте Автограф көнө уҙғара. Сара Ғаилә йылына арнала. Унда яҙыусы Земфира Муллағалиеваның “Аҡ яулыҡлы тау” һәм шағирә Хәлисә Мөхәмәҙиева - Рәйхандың “Бал яратам” исемле балалар өсөн сығарылған китаптарының исем туйҙары үткәрелә.
Мөхәмәҙиева Хәлисә— билдәле журналист, 1989 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (1999).
2005 йылда уның хикәйәләр, әкиәттәр һәм шиғырҙар ингән «Ҡышҡы ямғыр» тигән китабы донъя күрҙе. Авторҙың шиғырҙарына бик күп йырҙар яҙылған.
2017 йылдың майында «Китап» нәшриәтендә Халисә Рәйхандың ике мең дана тираж менән балалар өсөн «Бал яратам» тигән китабы донъя күрҙе. Шиғырҙар йыйынтығы бәләкәй балаларға, уларҙың ата-әсәләренә, олатай-өләсәйҙәренә тәғәйенләнгән. Йыйынтыҡҡа Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин инеш һүҙ яҙған. Баҫма рәссам Г. Камалованың сағыу һүрәттәре менән биҙәлгән.
Земфира Муллағәлиева —бик күп шиғырҙар, хикәйәләр, пьесалар, повестар һәм әкиәттәр авторы, РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Г. Ибраһимов исемендәге премия лауреаты. Һуңғы арала донъя күргән китаптары: «Болан ҡыҙы» («Олененок»), А.С.Пушкиндың 210 йылығына арнап нәшер ителгән «Пароль – миру-мир», «Бессонная река».