Г.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры традицион гастролдәре менән Өфө ҡалаһына йыйына. Спектаклдәр 13-19 сентябрендә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Рус дәүләт академия драма театры сәхнәләрендә уҙасаҡ.
Бөгөнгө матбуғат конференцияһында Г.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрының баш режиссеры, Рәсәйҙең һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрит Бикчәнтәев, Г.Камал исемендәге Татар дәүләт Академия театры директоры Илфир Якупов, Татарстандың халыҡ артисткаһы, "Аҡ ҡалфағым төшөрҙөм ҡулдан" спектакленең баш ролен башкарыусы Раушания Юкачева, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт академия рус драма театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Михаил Рабинович һәм М.Гафури исемендәге Башкорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов ҡатнашты.
Бер аҙ үткәндәргә күҙ һалһаҡ, Татар театрының Өфө ҡалаһына тәүге гастролдәре 1910 йылда "Сәйәр" труппаһы ҡатнашлығында үтә. Бөгөнгө көнгәсә Ғәлиәскар Камал исемендәге театрҙың Өфөләге гастролдәре күркәм йола булараҡ дауам итә. Яңы 112-се миҙгелен асып татар театры Башҡортостан халҡына10 спектакль алып килгән. "Барлыҡ спектаклдәр ҙә Өфө тамашасыһына әлегә тиклем тәҡдим ителмәне”, ти театрҙың баш режиссеры Фәрит Бикчәнтәев.
Гастролдәр билдәле режиссер Фәрит Бикчәнтәев ҡуйылышындағы "Дон Жуан" спектакле менән башланып китәсәк. Жан-Батист Мольерҙың "Дон Жуан" комедияһы 7-14 сентябрҙә үтәсәк VI "Туганлык" Халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивалендә ҡатнашасаҡ”, тине Г.Камал исемендәге Татар дәүләт Академия театры директоры Илфир Якупов. Гастроль ташалары араһында татар театрының "визит карточкаһы" булған Кәрим Тинчуриндың "Зәңгәр шәл" спектакле лә бар.
Пьесаға булған тамашасы һөйөүе тәрән, әлегәсә ҡыҙыҡһыныу һүнмәй. Пьеса татар театры сәхнәһендә 1926 йылдан бирле ҡуйылып килә. Татар театрының феноменын аңлар өсөн - "Зәңгәр шәл"спектаклен ҡарарға, көслө эмоциональ тулҡында бәйелеү кәрәк. Спектакль 14 сентябрь көнө, 19.00 сәғәттә Башкортостнадың Рус дәүләт драма театрында күрһәтеләсәк. Барлыҡ спектаклдәр ҙә рус теленә синхрон тәржемәләнә. Билеттарҙы Камал театры сайтында һәм театр кассаларында һатып алырға мөмкин.
Гүзәл Багаева