Алдан хәбәр итеүебеҙсә, күптән түгел Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә күренекле балҡар шағиры Ҡайсын Кулиевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы Назар Нәжми тәржемәлегендә “Яралы таш”исемле китабы донъя күргәйне.
Бөгөн,11 сентябрь көнө-китаптың исем туйы ла үткәрелә. Был сара төрки телле театрҙарҙың VI Халыҡ-ара “Туғанлыҡ” фестивале сиктәрендә Өфө татар дәүләт “Нур” театры сәхнәһендә уҙғарыла. Китаптың исем туйында Ҡайсын Кулиевтың тормош иптәше, шағирә Элизат Кулиева ла ҡатнаша. Ошо уҡ көндө театр сәхнәһендә Ҡ.Кулиев исемендәге Балҡар дәүләт драма театры шағирәнең әҫәре буйынса ҡуйылған Жизнь-восхождение» спектаклен дә күрһәтә.
Ҡайсын Кулиев ижады менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы, әҙәбиәт, сәнғәт һәм йыр-моң һөйөүселәрҙе киске 7-лә Өфө татар дәүләт “Нур” театрына саҡырабыҙ.