Бөгөн Әбйәлил районында "Ҡыҙыл йәйләүе" бәйгеһе үтә

Бөгөн Әбйәлил районында "Ҡыҙыл йәйләүе" бәйгеһе үтә

Бөгөн, 27 сентябрь, Әбйәлил районының Байым ауылында "Ҡыҙыл йәйләүе" бәйгеһе үтә. Фестиваль Республика халыҡ ижады менән берлектә ойошторола. Бәйгелә сәсәндәр, йырсылар, музыканттар бер сәхнәлә көс һынашасаҡ. Конкурс сиктәрендә “Сәсәнгә тиң кем булыр”, “Көмөш сың” кеүек бәйгеләр үткәрелеү ҡаралған.

"Ҡыҙыл йәйләүе" фестивалендә ҡатнашыу өсөн йәш сикләүҙәре ҡаралмаған, ти ойоштороусылар.

 Бәйгенең тағы ла бер үҙенсәлеге- йыр-моң, сәсәндәр сығыштарынан тыш, лаҡап һөйләүселәр ҙә төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәр менән сығыш яһаясаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb