Бөгөн Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала журналист һәм яҙыусы Рәсүл Сәғитов Башҡорт дәүләт университеты һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары менән осрашты.
Күптән түгел Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, республика Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты Рәсүл Сәғитовтың «Алтындан алдын мәсьәлә» тип аталған яңы китабы донъя күреүе айҡанлы ойошторолдо был осрашыу.
“Алтындан алдын мәсьәлә» тип аталған китапҡа авторҙың ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади, мәҙәни, әҙәби, әхләҡи һәм башҡа өлкәләр буйынса һуңғы осорҙағы радио аша сығыштары, матбуғатта баҫылған мәҡәләләре, журналистика һөнәре, тел тураһындағы үҙенсәлекле фекерҙәре, төрлө киң мәғлүмәт сараларына үҙе биргән интервьюлары, замандаштары тураһында әйткәндәре, хикмәтле хикәйәләре, Интернет-көндәлегенән һайланма яҙмалары тупланған.
Журналистикаға арналған бүлек «Йәнемә ғәзиз донъя» тигән дөйөм баш менән бирелгән. Унда журналист булып был шәп һөнәрҙе бөтә йөрәге менән яратҡандар, быны донъя көтөү өсөн ябай аҡса эшләү урыны тип кенә күрмәгәндәр, тәбиғәттән тел тойғололар, ил тойғололар, һүҙҙең бөйөклөгөн баһалағандар, әүеш-тәүеш менән генә шөғөлләнмәгәндәр, ысын мәғәнәһендә ижади йәндәр эшләргә тейешлегенә баҫым яһала, практик кәңәштәр бирелә, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар бәйәнләнә.Бүлектәрҙең күпселек өлөшөндә телмәр күркәмлеге данлана, бөгөнгө тормош күренештәренә таянып, уның мәңге баһалап бөткөһөҙ бөйөк хазина икәнлеге өҫтәмә раҫлана. «Күркәм телмәр һәр кемгә кәрәк. Замандашыбыҙҙың бай, иркен, ләкин ипле һөйләшеүе уға ҙур хөрмәт уята, – тиелә. – Һәр һүҙ яуаплы ҡулланылһа, бар хәреф, һәммә тыныш билдәһе үҙенең генә урынында торһа ине. Һүҙҙәр кәм булһын, кәм булһа ла тәм булһын. Улар кешеләр менән бергә генә, улар хәстәрендә генә йәшәй. Һүҙҙәрҙең үҙенсә генә типкән йөрәге, ҡыуана, бошона белгән күңеле барҙай... » Китап «Башакадемкнига» магазинында һатыла.