Мәҙәниәт усаҡтарының 4 майға тәғәйeнләнгән тамашалар теҙмәһе:
Мәжит Ғафури исемендәге БДАД театрында Ҡол Ғәлиҙең “Йософ менән Зөләйха” спектакле тәҡдим ителә.
...Йософ, белеүебеҙсә, ислам пәйғәмбәре. Йософҡа Ҡөръәндең 12-нсе сүрәһе бағышланған. Ҡөръәндәге Йософ сүрәһенә нигеҙләнгән «Ҡисса-и Йософ» (Йософ китабы) Ҡол Ғәли тарафынан XIII быуаттың беренсе яртыһында ижад ителгән.
Төп герой Йософ - ир-егет матурлығы кәүҙәләнеше. Аҡыл, тоғролоҡ, кешене ярлыҡау һәм ғәфү итә белеү – уның төп матур һыҙаттары.
Йософ үҙенең яҙмышын, даны алыҫҡа тараласаҡ хаким булырын төшөндә күрә. Был төш тураһында белеп ҡалған көнсөл ағалары Йософто ҡоҙоҡҡа ырғыта... Ләкин Йософ үлемдән дә, ҡоллоҡҡа һатылған еренән дә ҡотола, үҙенең зирәклеге арҡаһында Мысыр батшаһы булып китә.
«Йософ һәм Зөләйха»ла мөхәббәт мажаралы ваҡиғалар аша асыла: Көнсығыш илдәренең береһендә батша ҡыҙы Зөләйха төшөндө үҙен Мысыр батшаһы тип танытҡан Йософҡа ғашиҡ була. Атаһы Зөләйханы Мысырҙың әлеге батшаһына кейәүгә бирергә теләүен әйтә. Буласаҡ иренең иленә килгән Зөләйха был батшаның төшөндә күргән егет түгеллеген аңлай, шулай ҙа уға кейәүгә сыға, әммә Йософҡа тоғролоҡ һаҡлай. Күпмелер ваҡыт уҙғас Зөләйханың ире Йософто ҡол итеп һатып ала...
Рус дәүләт академия драма театры А. Володиндың “Фабрика ҡыҙы” һәм Я. Пулиновичтың “Бөтмәҫ-тәкәнмәҫ апрель” спектаклен ҡарарға саҡыра.
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры “Өҙөлгән туй” әҫәре буйынса “Заһир һәм Гөлшат. Яуҙы еңгән мөхәббәт” тигән спектаклен тәҡдим итә.
Өфө дәүләт “Нур” татар театры Р. Нурлығаяновтың “Инәйемдең аҡ күлдәге” пьесаһын күрһәтәсәк. Спектаклдәр киске етелә башлана.
Тамашаларға рәхим итегеҙ!