Мәжит Ғафури исемендәге БДАД театрында Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған актрисаһы Илсөйәр Ғәзетдинованың ижад байрамына рәхим итегеҙ. Ҡырҡ йылдан ашыу ижад ғүмерен театрға бағышлаған, халыҡ һөйөүен яулаған актрисаның күңел байрамында бөтә коллектив ҡатнашасаҡ. Ижади кисәгә мәртәбәле ҡунаҡтар, популяр йырсылар килеүе көтөлә. Театр артистары ҡышҡы һалҡын кистәрҙе матур һүҙҙәр, йылы хистәр, күтәренке кәйеф менән йылытырға вәғәҙә итә. Кисә театрҙың ҙур залында, киске етелә башланасаҡ.
Рус дәүләт академия драма театры рус классик яҙыусылары рәтенә ингән М. Лермонтовтың әҫәре буйынса ҡуйылған “Маскарад” драмаһын ҡарарға саҡыра.
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры А. Цагарелиҙың “Ханума” әҫәрен тәҡдим итә. Спектаклдә ваҡиға ХIХ быуат аҙағында Грузияның Тифлис ҡалаһында бара. Ханума һәм Кабато исемле димселәрҙең тормошо һүрәтләнә. Ханума ролен Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артискаһы Зифа Дәүләтбаева, Ә Кабато ролен шулай уҡ Башҡортостан Республикаһынаң атҡаҙанған артискаһы Альбина Кашанова уйнаны. Күптәр яратҡан актерыбыҙ БР-ның атҡаҙанған артисы Нәғим Нурғәлин башҡарған Вано Пантиашвили роле барыһының да күңеленә хуш килер. Тамаша йыр-бейеү менән үрелеп бара. Сағыу декорация һәм костюмдар береһен дә битараф ҡалдырмаҫ, моғайын. Авксентий Цагарели ижад иткән «Ханума» спектакле тәүге тапҡыр Ленинград ҡалаһының Ҙур драма театрында ҡуйыла. «Ханума» театр сәхнәләрендә генә түгел, киноэкрандарҙа ла күрһәтелә. Грузин драматургы тарафынан йөҙ йыл элек ижад ителгән комедияны куплеттарҙан торған водевиль булараҡ түгел, ә ысын йырлы, бейеүле, пантомималы мюзикл, тип ҡабул итәбеҙ. Сюжет буйынса ҡарт кенәз Вано Пантиашвили бурыстарынан ҡотолор өсөн һәм залогҡа һалған мөлкәтен кире ҡайтарыу уйы менән бай кәләш эҙләй. Ханума апаруҡ ҡына бирнәһе булған, төҫкә үтә лә матур һаналмаған, йәш тә булмаған Гөликә исемле кәләш менән таныша. Тамаша интрига һәм сюрприздарға бик бай. Ханума һәм Кабато димселәренең кемде кәләшлеккә әйттереүҙәрен белгегеҙ килһә, бөгөн, йәғни 20 ғинуар көнө, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына рәхим итегеҙ.
Өфө дәүләт “Нур” татар театры Т. Миңнуллин әҫәрҙәренән “Гөргөри кейәүҙәре” пьесаһын күрһәтәсәк. Спектакль киске етелә башлана.
Тамашаларға рәхим итегеҙ!
Гүзәл Багаева