Бөгөн, 16 мартта, «Рәсәй» ("Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы) медиаүҙәгендә «AРTылышFEST» республика театр фестиваленә арналған матбуғат конференцияһы уҙҙы. Унда БР мәҙәниәт министрлығының профессиональ сәнғәт, мәғариф һәм ижади проекттар бүлеге начальнигы Зиннур Сөләймәнов, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры Иршат Фәйзуллин, Өфө «Нур» татар дәүләт театрының баш режиссеры Азат Йыһаншин, сәнғәт фәндәре кандидаты, театр белгесе, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының сәнғәт тарихы һәм теорияһы кафедраһы доценты Айһылыу Сәғитова ҡатнашты.
Алдан хәбәр ителгәнсә, 20 марттан 27-нә тиклем Өфөлә республика театр фестивале уҙа. Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Сибай һәм Туймазы ҡалаларынан 12 профессиональ театр коллективы иң яҡшы спектаклдәрен тәҡдим итә. Ете фестиваль көнө дауамында Өфөнөң төп мәҙәни майҙансыҡтарында төрлө йәштәгеләргә иҫәпләнгән 13 спектакль күрһәтеләсәк. Тамашасыларҙы социаль драма, эксперименталь постановка, балет, утта янып торған комедия, балалар әкиәте, хикәйә-терапия, мелодрама, ваҡыт һәм кешеләр тураһында хикәйә көтә. Форум барышында «Башҡортостан театрҙары: үҫеш юлдары» түңәрәк өҫтәле ойошторола.
Башҡортостан мәҙәниәт министрлығының һөнәри сәнғәт бүлеге етәксеһе Зиннур Сөләймәнов һүҙҙәренсә, фестиваль республикала йыл һайын үткәрелгән театр декадалары нигеҙендә барлыҡҡа килгән.
"Быға тиклем йыл һайын Театр декадаһы уҙғарылып килде, унда «Кесе Ватан мәҙәниәте» федераль партия проекты сиктәрендә ҡуйылған спектаклдәр күрһәтелде. Ләкин унда республиканың бәләкәй ҡалалары театрҙары ғына ҡатнашты. Быйыл Өфөнөң дүрт театрын ҡатнашыусылар исемлегенә индерҙек һәм был сараны театр фестивале тип атарға ҡарар иттек. Атамаһына туҡталғанда. Башҡортсанан «Артылыш» һүҙе күтәрелеү, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыу тип тәржемә ителә. Шулай уҡ төрки мифологияһында был һүҙ рухтар йәшәгән урынды аңлата. Беҙҙең ҡарашҡа был - театр рухы. Фестиваль профессиональ үҫеш, ижади эксперименттар һәм яҡшы тәжрибә менән уртаҡлашыу өсөн шәп майҙансыҡҡа әүерелер, тип ышанабыҙ», - тине Зиннур Сөләймәнов.
Был фестиваль изоляция һәм сикләүҙәр осоронан һуң бик ҡиммәтле, тип билдәләне режиссер Азат Йыһаншин.
"Артистар оҙаҡ ваҡыт репетицияларҙа битлек кейеп шөғөлләнергә мәжбүр булды, йыш ҡына спектаклдәр ваҡытында залда тамашасылар актерҙарға ҡарағанда аҙыраҡ булды. Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, уйнаныҡ, сөнки театр бирешергә тейеш түгел, беҙ көслөрәк, мәҙәнилерәк, рухи яҡтан байыраҡ булырға тейешбеҙ. Ошо еңел булмаған осорҙа беҙ революцион театр рухы алдыҡ, минеңсә, тағы ла көсәйҙек ", - тип хәбәр итте Азат Надир улы.
Фестивалдең эксперт советы вәкиле, доцент, сәнғәт фәндәре кандидаты, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының сәнғәт тарихы һәм теорияһы кафедраһы мөдире Айһылыу Сәғитова билдәләүенсә, «АРТылышFEST» фестивале ярыш рәүешендә генә түгел, ә смотр форматында ла үткәрелә.
Фестиваль тамашаларына билеттарҙы театр кассаларында, шулай уҡ онлайн-сервистар аша һатып алырға мөмкин. Билеттарҙы Пушкин картаһы буйынса ла һатып алырға була. Спектаклдәрҙе күрһәтеү урыны һәм ваҡыты тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин.