Бөгөн Өфөлә Ағиш Ғирфановты иҫкә аласаҡтар

Бөгөн Өфөлә Ағиш Ғирфановты  иҫкә аласаҡтар

Бөгөн-20 апрелдә, Башҡортостан Яҙыусылар Союзының тамаша залында, башҡорт яҙыусыһы Ағиш Ғирфановтың 90 йыллығына арналған  хәтер кисәһе уҙғарыла. Сара сәғәт 15.00 башлана.

Ғирфанов Агиш Шәйех улы— башҡорт сатирик яҙыусыһы, журналист, тәржемәсе, 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡорт АССР-ының (1978) һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988).

Агиш Ғирфанов 1928 йылдың 14 апрелендә Салауат районы Таймый ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Үҙ ауылында урта мәктәп тамамлаған.

Агиш Ғирфановтың ижади эшмәкәрлеге ХХ быуаттың илленсе йылдарында журналист тәжрибәһенән башлана, ул әҙәбиәткә журналистика аша килде тип әйтергә ныҡлы нигеҙ бар. Атмышынсы йылдарҙа ул үҙен шаҡтай өлгөргән прозаик итеп таныта. Быға уның «Һәнәк» журналында эшләүе ныҡлап ярҙам итә. Баҫма биттәрендә ул юмор һәм сатира әҫәрҙәре ижад итеү буйынса оҫталығын камилаштыра һәм үҫтерә. Был осорҙа нәҡ ошо йүнәлештәге хикәйәләрен, балалар өсөн «Мөғжизә» исемле повесть яҙа. Башҡорт әҙәбиәтендә быға тиклем булмаған сатирик романды тәүге ижад итеүсе нәҡ Агиш Ғирфанов икәне әҙәбиәт тарихында айырым билдәләнә. Сатирик характерҙағы был эпик әҫәрҙең тәржемәһе менән танышҡан билдәле яҙыусы, РСФСР Яҙыусылар союзының юмор һәм сатира советы рәйесе Леонид Линч уны бик оҡшата һәм бик тә ыңғай баһа бирә. Ул ғына түгел, тәжрибәле тәржәмәсе ярҙамында романдың рус телендә донъя күреүенә ныҡлап булышлыҡ итә. Баш ҡаланың танылған «Советский писатель» китап нәшриәтендә әҫәр 1975 йылда баҫылып сыға һәм илдең төрлө төбәктәрендә уҡыусылар тарафынан бик йылы ҡабул ителә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb