Бөгөн, 1 мартта Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Өфөлә Балалар хоры сығыш яһаясаҡ. “Йырлайым һиңә, Республика” тип аталған концерт Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә уҙа.
Проекттың художество етәксеһе – Бөтә Рәсәй хор йәмғиәтенең Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Алһыу Хәсбиуллина.
Башҡортостандың 600 йәш таланты тыуған төйәге тураһында йырлаясаҡ. Кисәне балалар Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың гимндарын башҡарып аса.
Хор Башҡортостандың Милли симфоник оркестрына ҡушылып йырлаясаҡ. Оркестрҙың пульты артында – Рәсәй дәүләт академия симфоник капеллаһы һәм дәүләт академия Ҙур театры дирижеры Дмитрий Крюков.
Башҡортостандың Балалар хоры республика Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың тәҡдиме менән 2014 йылда булдырыла. Унда музыка һәм сәнғәт мәктәптәре коллективтарының, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатының, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры ҡарамағындағы Балалар опера студияһының иң яҡшы тауышлы тәрбиәләнеүселәре тупланған.