Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Миңзәлә Хәйруллинаның бенефисы уҙа

Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Миңзәлә Хәйруллинаның бенефисы уҙа

18 февралдә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының ҙур сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Миңзәлә Хәруллинаның “Әбейүшкә@түщка.ru” заманса комедияһы менән юбилей бенефисы үтә. Юбиляр Бибисара ҡарсыҡ ролендә. 

 
Бибисара әбей улы һәм килене менән ауылда донъя көтә, йәше өлкән булһа ла ҡул ҡаушырып ултырмай: әле картуф утай, әле мунса яға, әле гәзит уҡый… Күпме ғүмер ҡәйнә менән йәшәп килене унан арып та киткән, ә икенсе яҡтан, йорттағы бөтә эште шул әбейүшкә бөтөрөп йөрөй бит, һис артыҡ түгел… Улы менән килене, ҡалала йәшәгән ҡыҙы менән кейәүе әсәләрен «һин ҡара», «юҡ, һин ҡара» тип бәхәсләшкәндә, өлгөр замана ҡарсығы үҙ яҙмышын үҙе хәл итеп тә ҡуя. Ә нисек? Быға һис кемдең башы етмәҫ! 
 
«Әгәр сәхнәгә сығып, тамашасының йөрәген урынынан ҡуҙғата алһам, уны уйланырға мәжбүр итһәм – мин бәхетле…» - ти Актриса. Миңзәлә Хәйруллина ижадының төп үҙенсәлеге – халыҡсанлыҡ. Ҡайһы жанрҙа эшләмәһен, ниндәй ролдәр уйнамаһын, уның героинялары көндәлек тормошта, беҙҙең арала йыш осрай торған ҡатын-ҡыҙҙарҙы хәтерләтә һәм шуныһы менән дә тамашасы күңеленә уйылып ҡала. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb