Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың ижад кисәһе үтте
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 21 октябрь 2016
Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың ижад кисәһе үтте
Ғәзиз төбәк, тим дә күккә бағам,
Таҙарынам ваҡлыҡ, яҙыҡтан.
Таналыҡтан әгәр ҡот алмаһам,
Яҙыр ине йәнем аҙыҡтан.
Тыуған яғым, тим дә күккә бағам,
Шәфҡәт һорап ергә тәңремдән.
Ҡаҡ даламда ямғыр бейегәндә,
Ерем моңо тулай йәнемдә.
Ҡәҙим Аралбай
Бөгөн Б. Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Ҡәҙим Аралбайҙың 75 йәшлек юбилейына бағышланған әҙәби-музыкаль кисә булып уҙҙы.
Кисәлә шағирҙың лирик-фәлсәфәүи шиғырҙарын һәм робағиҙары яңғыраны. Сарала Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Тимерғәле Килмөхәмәтов, шағирәләр, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Фәрзәнә Аҡбулатова, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Зөлфиә Ханнанова, Гөлназ Ҡотоева һәм Лариса Абдуллина, «Китап» нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов ҡатнашты. Ҡазандан Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин сығыш яһаны.
Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев 1941 йылдың 1 сентябрендә Хәйбулла районы Таңатар ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағас, колхозда шофер булып эшләй. Хәрби хеҙмәттә лә шоферҙар взводы командиры була. БДУ тамамлағас, Бөрйән, Баймаҡ райондары мәктәптәрендә урта мәктәп директоры урынбаҫары булып эшләй. Башҡортостан Фәндәр академияһында аспирантурала уҡый. Ләкин уны шиғриәт донъяһы нығыраҡ тарта. Ул «Ағиҙел» журналына эшкә күсә. Яҙыусылар союзы идараһында секретарь, «Китап» нәшриәтендә директор, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары була.
Ҡәҙим Аралбайҙың «Утлы кисеүҙәр» (1975), «Батыр яраһы» (1980), «Аҡ тирмә» (1982), «Һөйөүем йондоҙо» (1986), «Әле һүң түгел» (1989), «Мәслихәт» (1991), «Рух яҙыуы» (1995), «Таналыҡ тауышы» (2001) һәм башҡа китаптары төрлө телдәрҙә нәшер ителде.
Тиҫтәләрсә шиғри йыйынтыҡ авторы, халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай киң ҡатлам уҡыусылар күңелендә төп урын биләгән шағирҙарҙың береһе.
Ҡәҙим Аралбайҙың геройҙары ысын тормош кешеләре, уның поэзияһында тормошсанлыҡ, халыҡсанлыҡ асыҡ сағыла.
Филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Тимерғәле Килмөхәмәтов :“Ҡәҙим Аралбайҙың ике далаһы бар: береһе – ул үҙе күреп-гиҙеп үҫкән, әсәй-апайы, нәҫел-ырыуы, яҡташтары ғүмер кисергән икһеҙ-сикһеҙ ысын дала. Икенсеһе – шағир Аралбайҙың шиғриәт далаһы. Ошо ике дала береһе икенсеһенә күсеп, бер-береһен көсәйтеп, “Ҡәҙим Аралбай шиғриәте” тигән уй-фекергә дала шикелле киң, һүҙ-лөғәткә сағыу рух донъяһын барлыҡҡа килтерә. Дим буйҙарын, Оло Эйек яҡтарын үҙ эсенә һыйҙырған Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишеваның ярһыу ағыштарҙы, сөңгөл тәрәнлектәрҙе, үткел зәңгәрлектәрҙе, тулҡын сайпылыштарын туплаған әҙәби донъяларын иҫкә төшөрөп, хәтерләүҙәр, ғүмер һәм мәңгелек хаҡында уйҙар уята. Сал ҡылғандар тирбәлеүе уның өсөн быуат-быуат аҡҡан дәүерҙәрҙең күҙ алдынан үтеүе түгел, тип кем әйтер? Сал дала, Һаҡмар, Таналыҡ Ҡәҙимдә тарихи аң тәрбиәләгәндер. Юҡҡа ғынамы ни ул “Мәмбәт ырыуы шәжәрә”һен ентекләп өйрәнде, китап итеп баҫтырып, халыҡҡа ҡайтарҙы. Тарихи фекерләү шиғыр һәм поэмаларҙа бөгөнгөнөң үткән менән еңел, тәбиғи аралашыуын, бер-береһенә үтеп инеүен, береһенең икенсеһенә күсеүен тәьмин итә”-тип яҙып сыҡҡайны.
Башҡортостандың халыҡ артистары Ишморат Илбәков һәм Рәсүл Ҡарабулатов ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнаны, йырсы Радик Динәхмәтов Ҡәҙим Аралбай тәржемәһендәге “Һалдат” бәйетен башҡарҙы.
Кисәне Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, шағирҙың яҡташы Хөрмәтулла Үтәшев алып барҙы, яҙыусының яҡташтары — Хәйбулла районы, Һамар өлкәһенең башҡорт диаспораһы вәкилдәре, шағирҙың ғаилә ағзалары һәм туғандары ла сығыш яһаны.
Ҡәҙим Аралбай - башҡорт шиғриәтенең йөҙөн һәм ҡеүәтен билдәләүсе шағир, олпат әҙип һәм милләт ағаһы!
Күренекле шағирыбыҙҙы 75 йәше уңайынан ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да поэзиябыҙҙы биҙәр әҫәрҙәр ижад итеүен теләйбеҙ.
Г. Багаева
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө