Бөгөн Өфөлә “Билдәле башҡорт ғалимы Зәйнулла Рәсүлев” исемле халыҡ-ара ғилми конференцияһы башлана

Бөгөн Өфөлә “Билдәле башҡорт ғалимы Зәйнулла Рәсүлев” исемле халыҡ-ара ғилми конференцияһы башлана

Быйыл күренекле башҡорт шәйехе Зәйнулла Рәсүлевтең (1833–1917) тыуыуына 185 йыл тула.

Ошо иҫтәлекле ваҡиғаға бағышлап Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге “Почет Билдәһе” орденлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты, Халыҡ-ара Ислам бизнесын ассоциацияһы, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты, Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты, Учалы районы һәм ҡалаһы хакимиәте тарафынан 4–7 июлдә “Рәсәйҙәге традицион ислам һәм билдәле башҡорт ғалимы, дин белгесе, Ислам донъяһын ағартыусы шәйех Зәйнулла Рәсүлев” исемле халыҡ-ара ғилми конференция үткәрелә.

Бөгөн, 5 июлдә Өфөлә тантаналы рәүештә асыласаҡ ғилми сарала Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, Төркиә, Үзбәкстан, Япония кеүек сит илдәрҙән күренекле ғалимдар ҡатнашасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb