Бөгөн Өфөлә “Фин-уғыр халыҡтары ассоциацияһы” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Президиум ултырышы уҙа.
Сарала дәүләт һәм урындағы власть органы вәкилдәре, милли-мәҙәни йәмәғәт берләшмә етәкселәре ҡатнаша. Көн тәртибендә - Фин-уғыр халыҡтарының этно-мәҙәни байлығын һаҡлау, ил кимәлендә уҙасаҡ съезға әҙерлек кеүек мөһим темалар ҡараласаҡ.
Башҡортостанда мари, удмурт, мордва халыҡтарының милли-мәҙәни үҙәктәре эшләп килә, фин-уғыр халыҡтары фестивалдәре уҙғарылып тора. Күркәм саралар Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарында йәшәүсе марый, удмурт, мордва халыҡтарының көтөп алған байрамына әүерелгән. Мәҙәни саралар «Рәсәй мәҙәниәте» маҡсатлы федераль программаһына ярашлы үткәрелә.
Фин-уғыр халыҡтарының бай мәҙәниәтен, тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын сағылдырған фестивалдәр, күргәҙмәләр тарихи тамырҙарҙы онотмаҫҡа, быуындан-быуынға тапшырырға ярҙам итә.
Башҡортостанда фин-уғыр халыҡтарының тарихи-мәҙәни ҡомартҡыларын, йолаларын һаҡлауға ныҡлы иғтибар бирелә,йәш быуын ата-бабаларының ғөрөф-ғәҙәттәрен, телен йәштәргә тапшырыу өҫтөндә етди эш алып бара.
Гүзәл Багаева