Бөгөн Өфөлә «КоРифейҙар» йәштәр фестивале асыла

Бөгөн Өфөлә «КоРифейҙар» йәштәр фестивале асыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, бөгөн, 10 майҙа, Өфөлә «КоРифейҙар» IV халыҡ-ара әҙәбиәт һәм сәнғәт йәштәр фестивале үтә. Иртәнге сәғәт 11-ҙә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының йыйылыштар залында тантана үтә, ойоштороусылар ижади конкурстарҙа ҡатнашыусы мәктәп уҡыусыларына дипломдар тапшыра. Бер нисә көн дауамында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған башлап тороусы әҙәбиәтселәрҙе, шулай уҡ Өфө тамашасыларын һәм тыңлаусыларын нәфис ижад серҙәренә арналған концерттар, семинарҙар һәм түңәрәк өҫтәлдәр көтә. Фестиваль «Music hаll 27» сәхнәһендә «Күңелсәк әҙәбиәт» гала-концерты менән тамамлана: ойоштороусылар уны «һигеҙ сәғәт шиғриәт, проза, музыка һәм йәнһүрәт» булараҡ тасуирлай.

Уларҙың әйтеүенсә, һәләтле уҡыусылар өсөн өс көнлөк яҙыу оҫталығы мәктәбе төп ваҡиға буласаҡ. Ул 10-12 майҙа Мәскәүҙән күренекле балалар яҙыусыһы, Рәсәй Хөкүмәте премияһы лауреаты Лев Яковлев етәкселегендә «Сәлихов» социаль-белем биреү үҙәгендә үтә. Мәктәптә ҡатнашыу өсөн төрлө төбәктәрҙән 30 уҡыусы килде. Мәктәп эше менән бер үк ваҡытта әҙәбиәт, сәнғәт, музыка менән ҡыҙыҡһыныусы фестивалдең башҡа ҡатнашыусылары һәм ҡунаҡтары өсөн Өфөнөң төрлө майҙансыҡтарында саралар уҙа.  Фестивалдең бөтә ваҡиғаларына инеү ирекле.

Атап әйткәндә, 10 майҙа, Башҡорт дәүләт педагогия университетында яҙыусы һәм нәшер итеүсе Салауат Вәхитовтың «Әҙәби оҫталыҡ серҙәре» оҫталыҡ дәресе (башлана көндөҙгө сәғәт 1-ҙә) үтә. 11 майҙа Башҡортостандың Яҙыусылар союзында республиканың Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы рус яҙыусылары берләшмәһе рәйесе Светлана Чураева йәш яҙыусылар өсөн семинар үткәрә (көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана). 13 майҙа «Music hаll 27» сәхнәһендә «Күңелсәк әҙәбиәт» концерты сиктәрендә төрлө йүнәлеш һәм быуын яҙыусылары һәм музыканттары осраша. А. Гайдар исемендәге Үҙәк балалар китапханаһы (Мәскәү) һәм «Зәңгәр ҡош» балалар уҡыу үҙәге (Белорет) араһында «дуҫлыҡ күпере» сараның йомғаҡлау өлөшө була: осрашыуҙы коллегалар Өфөлә ойоштора.

«КоРифейҙар» йәштәр фестивале Өфөлә «Бельские просторы» әҙәби журналы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән 2015 йылдан уҙғарыла.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb