Бөгөн Өфөлә Рауил Бикбаевтың 80 йәшлек юбилейына арналған йыр-моң һәм шиғриәт кисәһе үтә

Бөгөн Өфөлә  Рауил Бикбаевтың  80 йәшлек юбилейына арналған  йыр-моң һәм шиғриәт кисәһе үтә

Бөгөн, 12 декабрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рауил Бикбаевтың  80 йәшлек юбилейына арналған “Башҡортостан бында башлана” тип аталған йыр-моң һәм шиғриәт кисәһе уҙғарыла.

Сарала Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының артистары, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары, “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбленең ҡатнашлығында матур тамаша әҙерләнә.

Арҙаҡлы аҡһаҡалыбыҙға ғына түгел, әҙәбиәтебеҙгә, телебеҙгә сикһеҙ ихтирамыбыҙҙы күрһәтеп, сит яҡтарҙан килгән ҡунаҡтарҙы һоҡландырып, рухыбыҙҙы байытып ҡайтайыҡ әле!

Башлана 19.00 сәғәттә.

Рауил Бикбаев университетта уҡыған йылдарында яҙыша башлай. «Дала офоҡтары» тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1964 йылда донъя күрә. Шунан бирле ул ике тиҫтәгә яҡын китап сығарҙы, хәҙерге башҡорт поэзияһының кимәлен билдәләрлек күренекле шағир булып танылды. Рауил Бикбаев поэзияһында халыҡ яҙмышына бәйле проблемалар күтәрелә, заман, ил, халыҡ, киләсәк алдында яуаплылыҡ тураһында һүҙ бара. «Карауанһарай», «Баҙар балтаһы», «Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!» поэмаларында, «Халҡыма хат» шиғырында был бигерәк тә асыҡ күренә.

Рауил Бикбаев — күренекле әҙәбиәт ғалимы. Ул филология фәндәре докторы, профессор. Хәҙерге башҡорт шиғриәтенең үҫеш проблемаларына арналған күп ғилми хеҙмәттәр авторы. Уның бигерәк тә Ш. Бабич ижадын өйрәнеү, әҫәрҙәрен халыҡҡа ҡайтарыу өсөн башҡарған эштәре ҙур.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb