Бөгөн Өфөлә Рудольф Нуриевтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған «ӨФӨ.NUREEV» тамашалары башлана.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры «Руди — Never off…» спектаклен тәҡдим итә, иртәгә-16 мартта Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә Лев Степанов һәм Заһир Исмәғилевтың «Сыңрау торна» балеты күрһәтеләсәк.
Ә 17 март көнө Рудоль Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы тәрбиәләнеүселәре, XIII Халыҡ-ара балет һәм хореография артистары конкурсы еңеүселәре, Мәскәү дәүләт хореография академияһы студенттары Елизавета Кокорева һәм Денис Захаров, Мариин театры солисы, «Ҙур балет» телепроекты еңеүсеһе Рената Шакирова, Мариин театрының Приморье сәхнәһе солисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Ирина Сапожникова, Муса Йәлил исемендәге Татар дәүләт академия опера һәм балет театры солисы Илнур Ғәйфуллин, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, «London Russian Ballet School» резидент-хореографы Дмитрий Антипов һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының алдынғы солистары ҡатнашлығында бик бай йөкмәткеле гала-концерт ҡуйыласаҡ.