Баш ҡалала, 8-10 декабрь көндәре Урта махсус музыкаль колледж һәм З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында VI «Аккордеониссимо» халыҡ-ара клавишалы аккордеонда уйнаусыларҙың фестиваль-конкурсы үтә.
Мәҙәни проект «Донъя кубогы» бөтә донъя аккорденсылар конкурсына һайлап алыу системаһына индерелде, ти ойоштороусылар.
Быйылғы «Аккордеониссимо-2017» еңеүселәре 2018 йылда Литвала үтәсәк «Донъя кубогы»нда Рәсәй исеменән сығыш яһаясаҡтар.
Бәйгелә 100-ҙән ашыу балалар музыка мәктәптәре һәм сәнғәт мәктәптәрендә уҡыусылар, һөнәри һәм юғары белем белем биреү учреждениелары студенттары, шулай уҡ Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән башҡарыусылар ҡатнаша.
Бәйге сиктәрендә Рәсәй һәм Көньяҡ Корея аккордеонсыларының концерттарын, жюри ағзаларының оҫталыҡ дәрестәрен, ғилми-ғәмәли конференция, түңәрәк өҫтәл ойоштороласаҡ, тип хәбәр итә сараны ойоштороусылар.
Баһалама ағзалары: танылған музыканттар, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары, төп музыкаль белем биреү ойошмалары уҡытыусылары.
Бөгөн, 8 декабрҙә Ф.И. Шаляпин исемендәге концерт залында Өфө дәүләт сәнғәт институтының Рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестры менән берлектә солистар һәм ансамблдәр сығыш яһаясаҡ.