Бөгөн Өфөлә Әнғәм Атнабаевтың Хәтер кисәһе үтә

Бөгөн Өфөлә Әнғәм Атнабаевтың Хәтер кисәһе үтә

Бөгөн-26 февралдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Башҡортстандың халыҡ шағиры, драматург, Ғ.Сәләм исемендәге премия лауреаты Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына - 90 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһе үтәсәк.

"…Мин был ерҙе матурларға тыуҙым,

Һәм күрергә тыуҙым

Гүзәллектең күккә үрләүен…" – шағирҙың ошо юлдары хәҙер инде девиз булараҡ ҡабул ителә, ул яҙған шиғырҙар халыҡ араһында киң танылған, шағир һүҙҙәренә яҙылған йырҙар ҙа бик популяр. Драматург булараҡ та Әнғәм Атнабаевтың исеме әленән-әле театр афишаларына яңынан сыға.

Хәтер кисәһендә Әнғәм Атнабаевтың шиғырҙары, спектаклдәрҙән өҙөктәр һәм, әлбиттә, шағир һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраясаҡ.

Кисәлә Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева, Олег Ханов, Илдар Ғүмәров, Илсөйәр Ғәзетдинова, Рәмзиә Хисамова, Миңзәлә Хәйруллина, Светлана Хәкимова, Хөрмәтулла Үтәшев, Сара Буранбаева, Гүзәл Маликова, Рәүис Заһитов, Алһыу Бәхтиева, Алһыу Ғәлина, Римма Ҡаһарманова, Руслан Хайсаров, Милена Сираева, Гөлфиә Рафиҡова, Артур Ҡунаҡбаев, Алмаз Йосопов, Айҙар Шәмсетдинов, йәш артистарыбыҙ, шулай уҡ Өфө "Нур" татар дәүләт театры артистары, шағирҙың яҡташтары – Тәтешле районы таланттары ҡатнаша.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb